Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының ҡан тамырында төйөр барлыҡҡа килгән. Уны компьютер томографияһы аша тикшергәндән һуң, хирургтар пациенттың ҡан тамырына стент, йәғни каркас ҡуя. Ҡан тамырына ҡуйылған 16 сантимерлыҡ стент ҡандың ойошоуын туҡтатып, системаны көйләй. Пациентты уңышлы операциянан һуң аяғы шешеп йонсотямаясаҡ. Яңы технология үҙенсәлектәре менән бүлешергә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына Мәскәүҙән тәжрибәле табип Алексей Панков килгән. Табиптар араһында бындай оҫталыҡ дәрестәре һәр ваҡыт үткәрелә. Операция барышында пациент аңында ята, наркоз кәрәкле урынға ғына яһала. Уның сәләмәтлеге өсөн ренгент хирургтары һәм урологтар көрәшә.Операция яҡынса ике сәғәт дауам итә. Операциянан һуң пациент шунда уҡ палатаға оҙатыла. Икенсе көнөнә үк ул үҙе атлап йөрөй аласаҡ. Дауаханала ике көн ятҡас ул өйөнә ҡайта ала.Элек бындай операциялар пациеттың тәнен ҡырҡып эшләнелгән. Хәҙер иһә кешенең тәнендә бәләкәй яралар ғына ҡала. Бындай операцияны бигерәк тә ҡасандыр тамырында ҡан ойошоу менән яфаланыусылар эшләтә. Яңы алым ҡан йөрөшөн әүҙемләштереүҙең берҙән-бер ысулы, тип билдәләй хирургтар.
Яңы төр операция
Тулыраҡ: Яңы төр операция