Тәүге тапҡыр республика клиник онкология диспансеры табиптары яңы ысул ҡулланып ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы яман шеште ҡырҡып алып ташланы. Операция барышын хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова күҙәтте.Хирургтар операция өҫтәлендәге 54 йәшлек ирҙең ғүмере өсөн көрәшә. Пациент яман шеш менән яфалана. 10 йылдан ашыу дауаланыу ирҙең хәлен алған. Табиптар уға операция ысулы менән яман шеште алып ташларға тәҡдим иткән. 15 йыл элек бындай операциялар бик ҡатмарлы тип һаналған. Уны башлыса сит илдәрҙә, һуңынан Рәсәйҙә бер-нисә белгес кенә башҡарған. Хәҙер заманса ҡорамалдар ярҙамында ул онкология йүнәлешендәге бөтә учреждениеларҙа ла даими башҡарыла. Һуңғы 5 йылда онкология ауырыуҙары менән көрәш программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә онкология үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Хәҙер ауырыуҙарҙың федераль үҙәктәргә йөрөмәйенсә республикала дауаланыу мөмкинлеге бар. Республика клиник онкология диспансеры табиптары 2024 йылда 11 мең операция башҡарған. Диспансерҙа 14 операция бүлмәһе бар, көнөнә кәм тигәндә 50 операция эшләргә мөмкин. Әйтәйек, был бүлмәлә ашҡаҙан яман шешенә операция башҡарыла.Аҙ инвазив булған операцияны ауырыуҙың 1-се һәм 2-се стадияһындағы пациенттарға эшләйҙәр. Улар 3 көндән һуң үк өйөнә ҡайта ала ти табиптар.Хәҙерге заманса технологиялар ярҙамында операциялар 2 тапҡырға тиҙерәк эшләнә һәм пациенттар ҙа тиҙерәк аяҡҡа баҫа.Республика онкология диспансерына йыш ҡына белгестәр килеп оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Заман технологиялары ҡулланып күберәк кеше ғүмерен ҡотҡарыу беҙҙең төп бурыс, тип белдерә улар.
Яңы төр операция
Яңы төр операция