Өлкәндәргә волонтерҙар ярҙамға килә

Тулыраҡ: Өлкәндәргә волонтерҙар ярҙамға килә

Башҡортостанда әле битлек режимы һаҡлана. Уны боҙған өсөн граждандарға 1 мең һумдан 30 мең һумға, шәхси эшҡыуарҙарға 30 меңдән 50 мең һумға, юридик шәхестәргә 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс. Шунлыҡтан республика ауыл-ҡалаларында 65 йәштән үткәндәргә ярҙамға волонтерҙар ашыға. Ковид -19 менән сирләүсе яңғыҙҙар ҙа ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә ала.Тәғәйен адресҡа аҙыҡ-түлекте алып барыр алдынан ирекмәндәр йәнә берҙе барыһын да теүәлләп сыға. 65 йәште үткәндәр хәүеф зонаһында. Күптәренә кибет, дарыуханаларға сығырға ярамай. Был осраҡта волонтерҙар ярҙамға килә. «Беҙ бергә» тип аталған акция күптәргә берҙән бер ышаныс, ярҙам сығанағы. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү... ниндәй үтенестәре бар, шуны башҡаралар. Мәҫәлән, Иглин районында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәренең төбәк бүлеге ирекмәндәре өлкән йәштәге ханымдың утынын ярып, өйөп ҡуйғандар. Берҙәм Рәсәй төбәк бүлексәһендә лә махсус ҡыҙыу линия эшләй. Пандемия башланған осорҙа колл-үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләһә, әле уларҙың хеҙмәт режимы 8 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартылған. Ирекмәндәр һаны ла аҙ. Операторҙарҙың ашап алырға ла ваҡыты юҡ. Яңыраҡ ҡына «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» проектында яңы йүнәлеш асылды. Ул медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн психологик ярҙам. Сөнки күп осраҡта башҡаларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һөнәр эйәләренең үҙҙәренә ваҡыттары етмәй ҡала. Ярҙамға мохтаждар, хәүеф зонаһында булғандар күп әммә ирекмәндәр һаны бик аҙ. Йәмәғәт ойошмалары мөмкинлектәре булғандарҙы волонтерҙар бригадаһын тулыландырырға саҡыра.