Теген машинаһы инде дүртенсе йыл эшләй. Махсус хәрби операция башланғас ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр тегеү өсөн берләшә. Хәрбиҙәр үтенесе буйынса уларҙың һаны арта бара. Хәҙер бында гранатомет снаряды, дрондар өсөн кейстар һәм рюкзактар тегәләр.
Хәрәкәт ирекмәндәре йыш ҡына яугирҙарҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетә, был уларҙың хеҙмәте өсөн иң яҡшы бүләк. Яңыраҡ бында махсус моҡсай етештергәндәр: эсенә пилотһыҙ осоу аппараты һыя һәм уңайлылығы менән айырылып тора.
Тегеү оҫтанаханаһы янында аштарҙы туплау цехы эшләй. Уны йәшелсә һәм тәмләткестәр еҫе буйынса еңел табырға мөмкин. Бында биш төр аш әҙерләйҙәр: борщ, рассольник, борсаҡ, балыҡ, туҡмас аштары. Исемлектә бутҡа, печенье, шоколад, сәй һәм бал бар. Бөтәһе ҡатын-ҡыҙҙар 190 мең кешелек аш әҙерләгән, бының өсөн 90 тонна тиерлек йәшелсәне эшкәрткән.
Һуңынан ирекмәндәр аштарҙы штабҡа алып бара, бында улар тейешле һауыттарға тултырыла. Был мөһим эштә ғаиләләр менән ҡатнашалар.
"Йәшлек" балалар, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубтары бинаһы умартаны хәтерләтә. Һәр бер бүлмәһендә эш ҡайнай – махсус хәрби операцияға гуманитар ылау туплана. Хатта гараж да буш тормай. Бында "Төнгө бүреләр" мотоклубы ағзалары урынлашҡан. Күпселеге фронтта, ә бына ҡалғандары тылда ярҙам итә.
Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Улар хәрбиҙәргә хаттар яҙа, эстәлеге бик ябай: еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйҙәр. “Йәшлек” клубы хеҙмәткәрҙәре иһә майшәмдәр эшләйҙәр, ә уҡыусылар уларҙы биҙәй. Бында һәр береһе махсус хәрби операцияға ярҙам итергә тырыша.
Учреждениела үҙ конвой командаһы ла бар. Артем Матвеевты әсәһе алып килгән, шул көндән алып улар бергәләп гуманитар ылау тупларға ярҙам итә.
Ирекмәндәр штабынан аҙна һайын гуманитар ылау оҙатыла. Улар госпиталдәрҙә ятҡан хәрбиҙәргә адреслы посылкалар, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, башҡа төбәк халҡына ярҙам да әҙерләй. Штаб ойошҡандан алып ирекмәндәр 30-ҙан ашыу ылау туплап ебәргән һәм был эш еңеүгә тиклем дауам итәсәк.







