Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

Ауыл халҡы ҡош-ҡортон һуйып мендәр-түшәктәр өсөн мамыҡ әҙерләй. Йүнселдәре уны һатып аҡса ла эшләй. Быйыл ҡаҙ өмәләре иртәрәк башланды. Был, тәү сиратта, ҡош киҙеүенә бәйле. Күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә был ҡурҡыныс сир барлығы асыҡланды. Шуға ла республиканың ветеринария идаралығы халыҡҡа мөрәжәғәт итеп ауыл халҡына өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуя башларға кәңәш иткәйне. Башҡортостандың ветеринария хеҙмәтендә 8-800-775—58-28 номеры буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй. Ҡоштар ҡапыл ҡырыла башлаған осраҡта шылтыратып, белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.