Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Республикала халыҡтың күпселеге гриптан прививка эшләткән. Шуға бәйле ауырыу кимәле лә юғары булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе ведомство етәксеһе урынбаҫары. Ултырышта ҡала хеҙмәттәренең Яңы йыл байрамдары осорондағы эшенә йомғаҡ яһалды. Көнүҙәк мәсьәлә - Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндереү. Ҡала хакимиәте балшығы урынбаҫары Радмил Мөслимов хәбәр итеүенсә, юлдың был өлөшөндә транпорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүгә алынған. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Хәрәкәтте тотҡарлаусы автомобилдәрҙе эвакуациялау эше әүҙемләшә. Әлеге ваҡытта Дим биҫтәһе халҡына Затон аша йөрөү өсөн автобустар һанын артырыу мәсьәләһе хәл ителә. Халыҡҡа альтернатив маршруттар тәҡдим ителә. Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков әйтеүенсә, күрелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирә. Яңы йыл һәм раштыуа байрамдары осоронда урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге тикшерелде. Коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә көсәйтелгән режимда эшләгән. Һәр смена һайын башҡала урамдарын таҙартырға 450 кеше һәм 260 берәмек техника йәлеп ителгән. Сергей Греков Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөкләндереү сәбәпле барлыҡ урау юлдарҙы һәр саҡ таҙа тотоуҙы талап итте. Кәңәшмәлә яңы йыл байрамдары көнөндә халыҡтың һәм биләмәләрҙең терроризмдан һаҡлау сараларының үтәлеше, йәмәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәъмин итеү буйынса башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре ҡаралды. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу эшенең үтәлеше тикшерелде. Кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарында балаларҙың ялын ойоштороу, боҙ ҡаласыҡтарының хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Христиандарҙың яҡынлашып килгән дини байрамына әҙерлек планы ла ентекле тикшерелде. Сергей Греков ҡала хеҙмәттәренә һәр мөрәжәғәтте тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Бының өсөн халыҡ менән йышыраҡ осрашыуҙар ойоштороу кәрәклеге билдәләнде. Бер үтенес тә яуапһыҙ ҡалырға тейеш түгел, урындағы етәкселәрҙе был йүнәлештә етди эш алып барырға саҡырам тине Сергей Греков