Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә

Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Республикала халыҡтың күпселеге гриптан прививка эшләткән. Шуға бәйле ауырыу кимәле лә юғары булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе Галина Пермина