Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Тулыраҡ: Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда, тап 27 февралдән йылыта башлай. Йәғни, көндәр яҙға тартасаҡ. Әле Башҡортостанда уртаса һауа температураһы норманан 8-10 градусҡа түбәнерәк. Ғалимдар һауа торошоноң һалҡынайыуын ер шарында климаттың үҙгәреүе менән аңлата.