Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар сигенергә ашыҡмай

Алдағы көндәрҙә республикала 27 градусҡа тиклем һыуыта тип хәбәр итә синоптиктар.
  • Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар сигенергә ашыҡмай
Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй, һауа температураһы 6-11 градус һыуыҡ, көнсығыш райондарҙа ни бары 1 градус һалҡын. Шул уҡ ваҡытта төндәрен термометр бағанаһы 25 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Шаршамбыға тағы ла һыуыта: көндөҙ 13-18, төндә 20-27 градусҡа тиклем етә. Март башы ла сағыштырмаса һыуыҡ була тип фаразлай синоптиктар.