Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары ашханалары урындағы етештереүселәрҙең продукттарынан үҙҙәре ашарға бешерә. Тәнәфескә ҡыңғырауҙы ишетеү менән Ҡуштирәк мәктәбе уҡыусылары ашханаға ашыға. Танауҙарҙы ҡытыҡлап, хуш еҫе аңҡып торғас, башҡаса мөмкин дә түгел. Ашнаҡсылар бешергән ризыҡтар өйҙәге кеүек телеңде йоторлоҡ, ти балалар. Төпкөл ауылдағы мәктәптә 40 бала ғына уҡыһа ла, туҡланыу юғары кимәлдә ойошторолған. Бөтә республикалағы кеүек бында ла берҙәм меню. Меню ата-әсәләр комитеты күҙәтеүе аҫтында. Улар теләгән көндө килеп, ҡайнар аштарҙы тәмләп, тикшереп китә ала. Тәмле лә, файҙалы ла. Аҙыҡ-түлек рационы үҫеп килеүсе организмға кәрәкле матдәләрҙе күҙ уңында тотоп төҙөлә.Мәктәп участкаһында йәй айҙарында йәшелсә-емеш үҫтерелә. Был балаларҙың туҡланыуы өсөн айлыҡ түләүҙе күпкә кәметә. Өҫтәүенә, балалар ҡышын да файҙалы ҡайнатмалар ашап, витаминдар туплай. Өҫтәлгә килеп эләгер алдынан, үҙҙәре етештергән продукттар лабораторияла тикшереү үтә. Шуға уларҙың барыһы ла санитар нормаларға тап килә, сифаты ла юғары.Ғөмүмән, райондың бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ашханаларында әҙерләнгән ашамлыҡтарҙың сифаты ла контролгә алынған.Баҡалы районында аутсорсинг бөтөнләй юҡ, ашханалар балаларҙы үҙаллы туҡландыра. Аҙыҡ-түлек тә урындағы етештереүселәрҙән алына.Баҡалының 1-се мәктәбе 2019 йылдың сентәбрендә генә сафҡа индерелгән. Шуға бындағы ашханала ҡоролмалар ҙа яңы, күп эштәр автоматлаштырылған.Мәктәптәге 930 уҡыусынының барыһы ла ашханаға йөрөй, туҡланыуҙан берәү ҙә баш тартмай. Балалар ҡәнәғәт икән, тимәк, урындағы ашнаҡсылар файҙалы ризыҡтарҙы төрлөләндереп, тәмле итеп бешерә. Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәһе бәләкәй саҡтан һалына, был йәһәттән Баҡалылағы уҡыусыларҙың сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа.
Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Тулыраҡ: Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?