Сәскә бүләк итеү — мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф күтәрелә, аллы-гөллө ләлә сәскәләренән яҙ һулышы килә, ти ханым. Мауыҡтырғыс эшкә ул өс йыл элек тотоноп китә. Өс бала әсәһе әле кескәй улы менән декрет ялында. „Сәскә яланын„ тәрбиәләү өсөн иң уңышлы мәл, ти ул. Әлбиттә, талымлы сәскәләрҙе тәрбиәләү бер кешенең генә эше түгел. Тормош иптәше һәм ике ҡыҙы Самира менән Эльмира ла был шөғөлгә йәлеп ителә. Ҡыҙҙар кескәй генә саҡтарынан уҡ матурлыҡты, зауыҡты тойорға өйрәнеп үҫә. Яҙ байрамына өлгөртөр өсөн ләлә сәскәһенең һуғанын көҙҙән үк ултырта башлайҙар. Туғандар һәм дуҫтар өсөн генә үҫтерелгән сәскәләрҙең әле һигеҙ төрө бар. Күк төҫ - ихтирам һәм хөрмәт билдәһе. Аҡ иһә наҙлылыҡ, ҡыҙыл-дәртле мөхәббәт, һары - шатлыҡ, ләззәт, һарғылт ҡыҙыл - яҡшы кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек теләүҙе аңлата. Ләлә сәскәләре араһында иң ныҡ тәрбиә талап иткәне — һары һәм аҡ төҫтәгеләре. Улар өсөн һауа температураһы 16-17 градустан, ә дымлылыҡ 70 проценттан артмаҫҡа тейеш. 8 март байрамына ҡыҙҙарға күпселек ләлә сәскәләрен бүләк итһәләр, ир-егеттәр хәләл ефеттәренә ҙур гөлләмәләр һайлай. Әлбиттә, гөлләмәләрҙең хаҡтары ла төрлө. Флористар теләгәнеңде 500 һумдан йыйып бирә. Ынйы Ғилманшина биш йылға яҡын ошо өлкәлә эшләй. Ғәҙәттә 14-се февраль – рауза сәскәһе, ә 8-се март — ләлә сәскәһен бүләк итеү көнө. Шулай ҙа байрамға сәскәләрҙең ниндәй төрөн һайлау түгел, ә уларҙың ысын күңелдән бүләк ителеүе мөһим, ти флористар.
Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?
Тулыраҡ: Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?