Быйыл ҡар күп яуҙы. Айырыуса, таулы райондарҙа. Шуға ла белгестәр яҙғы ташҡын да көслө килер, тип фаразлай. Быйылғы ташҡындың нисек булыры апрель айындағы һауа торошона бәйле буласаҡ. Әгәр ҡапыл йылытып, ҡар тиҙ ирей башлаһа, бихисап биләмәләрҙе һыу баҫыуы ихтимал. Ошо турала республика ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышында хәбәр ителде. Февраль аҙағында алынған мәғлүмәттәр буйынса, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында ҡар ҡатламы 49 сантиметр, норманан – 7 процентҡа кәмерәк. Дим йылғаһында – 44 сантиметр, йәғни, норманан 19 процентҡа күберәк. Ҡар ҡатламында һыу запасы Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаһында 103 миллиметр, был норманан 20 процентҡа аҙыраҡ, Дим йылғаһында 110 миллиметр, норманан 11 процентҡа юғары. Ағиҙел бассейнында боҙ ҡалынлығы 30-65 сантиметр. Уртаса норма – 45-80 сантиметр. 18 мартта республикала бөтә хеҙмәт һәм көстәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелә. Ә 25 мартта яҙғы ташҡынға бәйле беренсе мәғлүмәттәр иғлан ителәсәк.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды
Тулыраҡ: Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды