Башҡортостанда синоптиктар 32 градуслыҡ һыуыҡтар вәғәҙә иткән арала мөһим осорға-яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды. Әлбиттә, әлегә уның нисек булыры тураһында мәғлүмәт юҡ. Ғәҙәттә, бындай күҙаллау март аҙаҡтарында иғлан ителә. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тейешле министрлыҡ һәм ведомстволарҙы ташҡынға әленән үк етди әҙерләнергә саҡыра. Былтыр йылғалар ваҡытынан алда асылды, айырым райондарҙа хатта ташҡын башҡа йылдар менән сағыштырғанда көслөрәк тә булды. Андрей Назаров белдереүенсә, әле ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙ тығындары барлыҡҡа килеү ихтималлығы булған 61 урынды асыҡлаған. Һыу эргә-тирәләге ауылдарҙы баҫмаһын өсөн уларҙа шартлатыу эштәрен тиҙҙән башлау ҡарала. Йылға, күлдәрҙе тикшереү өсөн аэрокәмәләр, пилотһыҙ авиация, вертолет һәм башҡа техника әҙер. Пилотһыҙ авиация әленән үк йылғаларҙы күҙәтә башлаған.
Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды
Яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды