Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен етди һәм ижади тип таный. Рәсемдәге приборҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереүе еңел түгел. 14 йыл элек сит ил ҡоролмаларын һатыуҙан башлаған предприятие 2014 йылда импорт алмаштырыу йүнәлешен алған. Хәҙер бында төрлө шыйыҡсаларҙы үлсәп тултырыу йыһаздарын үҙебеҙҙә етештереү яйға һалынған. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр һаны 15, етештереү ҡеүәте 4-5 тапҡырға артҡан. Йылына 20-25 эре ҡоролма сығарыла. Нәфисә Кинйәбаева Был цехта ғәҙәти заводтағы кеүек түгел. Тауыш кимәле самалы. Ошо тынлыҡта етештерелгән тауарҙың атамаһы ла сама менән бәйле. “МВС Мехатроника” химик матдә миҡдарын самалаусы приборҙар – дозаторҙар сығара. Фасовкалау ҡоролмаларына илдең ҡеүәтле нефтехимия һәм химия предприятиелары заказ бирә. Үҙенсәлекле йыһаздар сит ил өлгөләре күсермәһе түгел, уларҙы рсепублика юғары уҡыу йорттарын тамамлаған инженерҙар уйлап сығара. Конструктор бюроһы ошонда уҡ урынлашҡан. Предприятие “ПромЦентр” индустриаль паркы резиденты булараҡ яңыраҡ майҙан киңәйтеүгә өлгәшкән. Йүнселдәр хәҙер етештереү күләмен йәнә арттырыу тураһында уйлай. Рәсәй һәм яҡын сит ил ҡулланыусыларының ыңғай баһаһына лайыҡ ҡоролма етештереүселәр яңы етештереү линияһына Рәсәй Сәнәғәт форумын асыу тантанаһында старт ала. Ошо уҡ мәртәбәле сарала Стәрлетамаҡтың “М-Робо” технологик компанияһының да яңы линияһы эш башлай. 2014 йылда нигеҙ һалынған предприятие бөгөн Рәсәйҙә юғары технологиялы продукция етештереү үҙәктәренең береһе булараҡ танылған. Мең ярымдан ашыу квадрат метр майҙанда һанлы программа нигеҙендә идара ителгән станоктарҙың утыҙҙан артыҡ төрө сығарыла. Металды фрезер, плазма һәм лазер менән киҫеүсе һанлы программа идаралы станок етештереүселәр Рәсәйҙә берәү генә, М-Робо сауҙа маркаһы илдә һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә ихтыяж файҙалана. Яңы линиялар тура эфирҙан Радий Хәбиров командаһы менән тоҡандырыла. Рәсәй сәнәғәт форумы гибрид форматта үтә. Теләгән һәр кем кәңәшмәнең эшендә онлайн ҡатнаша ала. Форум сиктәрендә “Машиналар эшләү”, “Еңел сәнәғәт”, “Өфөнөң инновация мөмкинлектәре” тигән махсуслаштырылған күргәҙмәләр асыҡ. Экспозициялар биш майҙанда айырым – эре компаниялар менән бер рәттән быйыл беренсегә төбәктең урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ даирәһен танытҡан 60 предприятие үҙ тауары һәм хеҙмәтен күрһәтә. Еңел сәнәғәт предприятиелары нон-стоп режимында башҡорт дизайнерҙары һәм урындағы тауар етештереүселәрҙең өлгөләренән сағыу сығыштар ойоштора. Өфө иһә миллионлы ҡала булараҡ айырым майҙанда инновацион мөмкинлектәрен таныта. Радий Хәбиров башҡала электр транспорты идаралығы водителдәренә 10 өр-яңы троллейбус асҡысын тапшыра. Өфө трамвай-троллейбус заводы етештергән “Горожанин” маркаһы Минск автозаводы менән берлектә ҡоролған. “БЕЛАВТОМАЗ” холдингының “МАЗ” идара итеү компанияһы 2020 йылда Өфө предприятиеһының стратегик партнерына әйләнде. Автоном йөрөшлө, төбәк климат шарттарына яраҡлашҡан йылытыу системаһы, кондиционерҙар ҡуйыу урыны ҡаралған, пассажир уңайлыҡтары хәстәрләнгән экологик транспорт сараһына Радий Хәбиров юғары баһа бирҙе. “Горожанин” троллейбустарына күрше төбәктәрҙән заказдар ҙа бар. Башҡортостанда иһә электр транспорты паркын күләмле яңыртыу көтөлә. Рәсәй сәнәғәт форумы барышында тауар етештереүселәр 25 тармаҡ секцияһында смарт-етештереү, интеллектуаль производство системалары, аддитив технологиялар, һанлы машиналар эшләү өлкәләрендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм кооперация мөмкинлектәре тураһында фекер алыша. Күләмле сара өс көн дауам итә.
Сәнәғәт форумы
Тулыраҡ: Сәнәғәт форумы