Сара етештереүселәрҙе, ҡорамалдар һәм заманса технологиялар менән тәьмин итеүселәрҙе, шулай уҡ машиналар эшләү һәм металл эшкәртеүселәрҙе йыйҙы.Быйыл форумда һәм күргәҙмәлә Рәсәйҙең 15 төбәгенән 100-гә яҡын компания ҡатнаша. Унда ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов, Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡдисади зоналар Ассоциацияһы директоры Михаил Лабудин һәм иновацияларға булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Андрей Жижин килде. Республика башлығы ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан предприятиеларының Рәсәйҙең сәнәғәт һәм оборона ҡеүәтен нығытыуға, технологик суверенитетҡа өлгәшеүгә лайыҡлы өлөш индереүен билдәләне. Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса Рәсәй субъекттарының беренсе милли рейтингында тәүге урынды алды.
Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы башланды
Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәт форумын һәм машиналар эшләү, металл эшкәртеү һәм Өфөнөң инновацион потенциалы күргәҙмәләрен асыуҙа ҡатнашты.







