Һыу баҫа

Тулыраҡ: Һыу баҫа

Ауылдарҙы һыу баҫыуҙан йылғаларҙағы боҙ тығындарын шартлатып ҡотолоу сараһы күрелә. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса әле 31 йорт, 272 йорт-ҡура, 11 юл участкаһы ташҡындан зыян күргән. 14 апрелгә һыу баҫыуҙың 29 осрағы теркәлһә, шуның 19-ы күҙәтеүгә алынған. 112 системаһына мөрәжәғәттәр һаны 1180. Шылтыратыуҙар башлыса Өфө ҡалаһы менән районынан ҡабул ителгән. Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң юғары күрһәткесе Ағиҙел йылғаһында, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ул 72, Бөрөлә 140 сантиметрға күтәрелгән. Киләһе көндәрҙә ташҡындың киҫкен кимәле көтөлә. Тау йылғалары буйында хәл көсөргәнешле. Инйәр йылғаһында Белорет районы Асы ҡасабаһы тирәһендә хәрбиҙәр шартлатыу эштәре башҡарған. Артабан улар Архангел һәм Бөрйән райондарында тығындарҙы иҫкәртеүгә тотонорға йыйына. Әлеге ваҡытта һыу баҫҡан биләмәләрҙә ҡалған йорт хужалары эвакуацияланған. Ҡалғандарына һыу һәм аҙыҡ-түлек килтереү яйға һалынған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күҙаллауҙары буйынса 15 апрелдән көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә, түбән температура ташҡындың бер аҙ тотҡарланыуына өмөт бирә.