Республикала йәшәүселәрҙе һыу баҫыу хәүефе тураһында иҫкәртәләр

Көслө ямғырҙар арҡаһында бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал.
  • Республикала йәшәүселәрҙе һыу баҫыу хәүефе тураһында иҫкәртәләр

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Урал өҫтөндә циклон тороуына бәйле, республикала яуым-төшөм кәмемәй. Аҙна дауамында дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе, гидротехник ҡоролмаларға көсөргәнеш артыуы көтөлә. Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы һәм уйһыу урындарҙы баҫыуы ихтимал.

Синоптиктар алдағы көндәргә лә аяҙлы-болотло, ямғырлы һауа торошо вәғәҙәләй. Ял көндәрендә һауа температураһының түбәнәйеүе күҙаллана. Ҡотҡарыусылар көслө ел сыҡҡанда ағастарға, электр линияларына, нығытылмаған конструкцияларға яҡын бармаҫҡа кәңәш итә.