Өфөлә газонда, тротуар, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып киткәндәргә көрәш дауам итә. Йыл башынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан законды боҙоусоларға ҡарата 930-ҙан ашыу протокол төҙөлгән. Миллионлаған кеше йәшәгән ҡала өсөн автомобилде ҡуйыу урындары күптән ҙур мәсьәләгә әйләнде. Һуңғы йылдарҙа мегаполиста машина һаны йөҙләп кенә түгел, ә меңәрләп арта. Тик уларҙы ҡуйыу урындары бер ҙә артмай. Автоһәүәҫкәрҙәр ҡала хакимиәтен шундай мәсьәлә барлығын белә тороп та уны хәл итмәүҙә ғәйепләй. Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре көн һайын рейдтар ойоштора, водителдәргә протокол төҙөү өсөн килеүҙәрен иҫкәртеп автомобиль тәҙрәләрендә ҡағыҙ ҡалдыра. Йыл башынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан бер меңгә яҡын протокол төҙөлгән. 2019 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай автомобилдәрҙе газондарға ҡуйыуҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул иткәйне. Республика парламенты ҡабул иткән ҡанунға ярашлы, тәртипһеҙ водителдәргә айырым штраф түләргә тура килә. Ҡағиҙәгә ярашлы, ябай водителдәр бер-ике мең һум, яуаплы вазифалар биләүселәр 5-10 мең һум, ә юридик шәхестәр 20-30 мең һумға тиклем штраф квитанциялары аласаҡ. Йыл башынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан закон боҙоусоларға ҡарата бер меңгә яҡын протокол төҙөлгән. Бынан тыш, Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторҙары тротуар, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырған автомобилдәргә ҡарата протокол төҙөп махсус штраф туҡталҡаһына оҙата. Республика Башлығы газондарға ҡуйған автомобилдәр менән етди көрәш алып барыу кәрәклеге тураһында белдерә килә. Радий Хәбиров был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты. Статистикаға ярашлы, Өфөлә автомобилдәр һаны ярты миллиондан ашҡан, йәғни, бер мең кешегә 323 автомобиль тура килә. Тик әлегә тимер ат ҡуйыу урындары бер ҙә артмай.
Автомобилдәрегеҙҙе газонға ҡуймағыҙ
Тулыраҡ: Автомобилдәрегеҙҙе газонға ҡуймағыҙ