Өфөлә газонда, тротуар, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарын ҡалдырып киткәндәргә ҡаршы көрәш дауам итә. Миллионлаған кеше йәшәгән ҡала өсөн автомобилде ҡуйыу урындары күптән ҙур мәсьәләгә әйләнде. Һуңғы йылдарҙа мегаполиста машина һаны арта. Тик уларҙы ҡуйыу урындары бер ҙә артмай. 2019 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай автомобилдәрҙе газондарға ҡуйыуҙы тыйыу тураһындағы закон ҡабул иткәйне. Хәҙер инде тәртипһеҙ водителдәргә айырым штраф түләргә тура килә. Республика башлығы ла газондарға ҡуйған автомобилдәр менән етди көрәш алып барыу кәрәклеге тураһында белдерә килә.
Автомобилдәрегеҙҙе газонға ҡуймағыҙ
Автомобилдәрегеҙҙе газонға ҡуймағыҙ






