Республика халҡы интернет селтәренә тайыш табандар менән төрлө видеояҙмалар һала. Айыу менән күҙгә-күҙ осрашҡанда нимә эшләргә? Егерь Олег Марков был урманды үҙенең биш бармағы кеүек белә. Шулай ҙа үҙе менән һәр ваҡыт атыу ҡоралын йөрөтә. Ҡыр сусҡаһы йәки айыуҙың ҡасан килеп сығырын бер кем белмәй, ти. Май айы тайыш табандың ризыҡ эҙләгән сағы. Ҡышҡы йоҡонан һуң айыу ашарға эҙләй. Шуға йыртҡыс йыш ҡына урмандан ауыл янына ла сығыуы ихтимал. Тәү сиратта ул умарталаҡҡа бара. Һуңғы өс йыл эсендә тайыш табан умартасы Руслан Зәйнетдиновтың 50-гә яҡын умартаһын туҙҙырған. Йыртҡысҡа махсус лицензияһыҙ атырға ярамай. Шулай ҙа тауыш йә булмаһа махсус электр сымдарынан эшләнгән ҡойма ярҙамында ҡурҡытырға була. Умарталарҙы айыуҙан һаҡлауҙың бер-нисә төрө бар. Киң таралғандарҙың береһе ул периметр буйлап ошондай тауышлы гранаталар ҡуйыу. Умартасылар әйтеүенсә, йыртҡыс был ҡапҡанға бер эләккәндән һуң ике ай дауамында бүтән күренмәй. Һуңғы арала айыуҙар йыш камера объективтарына эләгә. Йыртҡыстар тәү сиратта таулы-урманлы райондарҙа йыш осрай. Белгестәр, халыҡты ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәңәш итә. Шулай ҙа йыртҡысҡа осраған саҡта иң мөһиме ҡурҡыуға бирелмәҫкә һәм айыуға артың менән тормаҫҡа кәңәш ителә.
Башҡортостанда айыуҙар әүҙемләшә
Тулыраҡ: Башҡортостанда айыуҙар әүҙемләшә