Республика халҡы интернет селтәренә тайыш табандар менән төрлө видеояҙмалар һала. Айыуҙың ҡаршыға ҡасан килеп сығырын бер кем белмәй. Май айы тайыш табандың ризыҡ эҙләгән сағы. Шуға йыртҡыс йыш ҡына урмандан ауыл янына ла сығыуы ихтимал. Тәү сиратта ул умарталаҡҡа бара. Йыртҡысҡа махсус лицензияһыҙ атырға ярамай. Шулай ҙа тауыш йә булмаһа махсус электр сымдарынан эшләнгән ҡойма ярҙамында ҡурҡытырға мөмкин. Һуңғы арала айыуҙар йыш камера объективтарына эләгә. Йыртҡыстар, тәү сиратта, таулы-урманлы райондарҙа йыш осрай. Белгестәр, халыҡты ябай ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәңәш итә. Йыртҡысҡа осраған саҡта иң мөһиме ҡурҡыуға бирелмәҫкә һәм айыуға артың менән тормаҫҡа кәрәк.
Башҡортостанда айыуҙар әүҙемләшә
Башҡортостанда айыуҙар әүҙемләшә