Пляждар буйлап рейд

Тулыраҡ: Пляждар буйлап рейд

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре көн дә пляждар буйлап рейд үткәрә. Һыу инеү миҙгеле асылыуына һанаулы ғына ваҡыт ҡалһа ла, көндәр эҫе булыу сәбәпле халыҡ йылға буйҙарына ашыҡты. Ҡотҡарыусылар иртәнән кискә тиклем дежурҙа. Шулай ҙа рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла, хатта уның өсөн юғары штрафтар ҙа ҡаралған. Республика кардиоүҙәге пациенты Хәмдиә Усманова йөрәккә бер нисә операция кисергән, һауа торошоноң үҙгәреүсәнлеге уның сәләмәтлегенә айырыуса йоғонто яһай, эҫе көндәрҙә үҙен насар тоя. Табиптар билдәләүенсә, йәйен йөрәк сирҙәре менән яфаланған пациенттар һаны арта. Хатта һау-сәләмәт кешеләр ҙә ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ йөрөп күңелһеҙ хәлдәргә тарыуы ихтимал. Шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәрәк. Эҫе көндәрҙә халыҡ йылға-күлдәргә эркелә. Ағиҙел йылғаһы пляждарына һыу инеүселәр иртәнән алып килә башлай. Рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле 1 июндә асыла. Ошо ваҡытҡа тиклем пляждар әҙер булырға тейеш. Әммә һыу инеү урындарында кеше күбәйгәндән күбәйә, шуға күрә ҡотҡарыусылар һаҡта тора. Көндөҙгө эҫенән йылғаға төшөп һыу ингән ҡатын ҡотҡарыусыларҙың ярҙан йыраҡ китмәҫкә тигән иҫкәрмәһен дә ишетергә теләмәй. Операторҙарҙың видеокамераға төшөрөүен күргәс кенә йылғанан сыға. Ҡотҡарыуслар иртәнән кискә тиклем эшләй. Шулай уҡ, Хәүефһеҙлек йәмәғәте үҙәге менән Граждандарҙы яҡлау идаралығы ла көн дә профилактик рейд үткәрә. Ҡыҙғанысҡа, иҫкәрмәләрҙе барыһы ла аңлап ҡабул итмәй, һәр береһе үҙен хаҡлы, тип иҫәпләй. Һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа махсус яҙмалар ҡуйылған. Был урындарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла һәм 5 мең һумға яҡын штраф һалыныуы ихтимал. Һыу инеү миҙгеле асылыуы алдынан махсус комиссия пляждарҙың әҙерлеген тикшерә. Белгестәр халыҡты үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмере өсөн һаҡ булырға саҡыра.