Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығы, йәмәғәт именлеге үҙәге, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт Комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡатнашлығында йыһазландырылмаған пляждар буйлап, сираттағы рейд уҙғарҙы. Тулыраҡ хәбәрәсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова. Йәй – иң сағыу миҙгелдәрҙең береһе. Көтөп алған каникулдар ваҡыты, ҡояш ҡыҙҙыра, халыҡ күпләп һыу буйына килә. Ниндәйҙер сәбәптәндер, хәүефһеҙ талаптарына яуап биргән яр халыҡты бик йәлеп итмәй. Аулаҡлап ял итергә теләүселәр бындай ҡарарҙың ҡурҡыныс булыуы хаҡында йыш осраҡта онота. Йыл да хәүефле урындарҙа ял итеүселәр менән әңгәмә үткәрелә. Файҙалы мәғлүмәт оҙаҡ ваҡыт иҫтә ҡалһын өсөн мәғлүмәт буклеттары тапшырыла. Бындай иҫтәлектәрҙә һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре генә яҙылмаған, ә һыу инеү рөхсәт ителгән урындар ҙа күрһәтелгән.Бындай рейдтар йыл һайын һыу төшөү миҙгеле башланыр алдынан һәм миҙгел дауамында үткәрелә. Әлеге ваҡытта ҡырағай пляждарҙа ял итеүселәрҙең 5 меңдән ашыуына мәғлүмәт буклеттары таныштырылған.Өфөлә быйылғы йәй рәсми рәүештә 10 йыһазландырылған пляж эшләйәсәк.
Пляждар буйлап рейд
Пляждар буйлап рейд