Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Тулыраҡ: Һыуға батҡан кешегә нисек ярҙам күрһәтергә?

Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтте. Был эшкә ирекмәндәр, мәктәп балалары, студенттар ҙа йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар ҡулайлаштырылған пляжда һыу инергә, билдәһеҙ ерҙә һыу төшмәҫкә кәңәш итә. Бата башлаған кешегә ярҙам итеү өсөн тәүҙә физик хәлде самаларға кәрәк, сөнки ҡотҡарам, тип икегеҙ ҙә һыу төбөнә китеүегеҙ бар, ти белгестәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә быйыл һыу ятҡылыҡтары менән бәйле 14 осраҡ теркәлгән. 12 кеше үлгән, уларҙың өсәүһе балалар.