“Киң минең тыуған илем” телемарафоны

Тулыраҡ: “Киң минең тыуған илем” телемарафоны

12-се июндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы ҙур телемарафон ойоштора. “Киң минең тыуған илем” тип аталған проектты “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында тәүлек әйләнәһенә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Сарала Рәсәйҙең 80 төбәге ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостан тураһында 10 минутлыҡ фильм күрһәтелә. Ил халҡын Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы алып барыусылары сәләмләп, республика тураһында бәйән итәсәк. Әйткәндәй, ике журналист бергә тәүгегә алып бара. Ҙур телевизион проект 12-се июндә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә башлана. Тамашасылар бөтә ил буйынса сәйәхәт итеп, төбәктәр менән танышасаҡ. Уларҙың ҡояшлы Башҡортостанда ла булыу мөмкинлеге бар. Рәсәй кешеләрен башҡорттар өсөн изге урын – Торатау менән таныштырыуҙан башлана. Шихандар — тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә. Ул 230 миллион йыл элек мәрйен рифтарынан барлыҡҡа килгән, ти ғалимдар. Иң бейек шихан – Торатау тураһында бихисап легендалар ҙа бар.

Тапшырыуҙа йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡ кәсептәре оҫталары, ижади кешеләр тураһында бәйән ителәсәк. Улар араһында Гөлфәйрүз Исмәғилева ла бар. Әсә үҙ сабыйҙарын үҫтереп, кеше иткән, тәрбиәгә тағы ла 9 бала алған. Ишле ғаилә – дуҫ ҡына түгел, күп милләтле лә. Башҡорт йыр-бейеүҙәренән тыш, милли музыка ҡоралы – ҡурай хаҡында ла һүҙ буласаҡ. Ижади коллективтарға халҡыбыҙҙың үҙ-асылы, фольклоры, тарихы тураһында аңлатырға тура киләсәк. “Фольклор тураһында” тапшырыуы алып барыусыһы Айгөл Кантюковаға бөтә кейем дә килешә. Уға һөнәр ҡушыуы буйынса республикала йәшәгән милләттәрҙең кейемдәрен үҙендә самалап ҡарарға тура килә. Был юлы алып барыусы башҡорт ҡатын-ҡыҙы образында. Әлбиттә, 10 минутлыҡ тапшырыуҙа башҡорттарҙың аш-һыуҙары тураһында ла әйтелә. Уларҙы хатта бешереп күрһәтәсәктәр. Фильм Торатау буйында ҡояштың байыуы менән тамамлана. Ул илебеҙ төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙға – тыуған яғын һағыныусы ватандаштарыбыҙға ла хуш киләсәк. 12-се июндә Мәскәү ваҡыты менән төнгө 12-лә “SMOTRIM.RU” мультимедия онлайн-платформаһында ҡарарға онотмағыҙ.