Республиканың өс төп телеканалының берҙәм телемарафон ойоштороп эфир даирәләренә сығыуы – телевидение тарихында беренсе тапҡыр.
Марафон иртәнән башлап киске унынсы яртыға тиклем көн дауамында барҙы. Студия ҡунҡтары – Махсус хәрби оперция яугирҙәре, ирекмәндәр, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән замандаштарыбыҙ, Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан саҡырылған ҡунаҡтар.
"Башҡортостан 24"каналында барған марафондың тәүге ҡунаҡтары – Ишембай районы Уразбай ауылынан килгән ирекмәндәр. Махсус хәрби операция башланғандан алып ягирҙарға ярҙам итә улар.
Ишембай районы Уразбай ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар конвой ойоштороуҙа ҙур өлөш индереүселәрҙең береһе. Был беҙҙең изге бурыс, ти улар. Себер тарафтарында эшләп бер айға ялға ҡайтҡан ваҡытта яругирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн мин дә бар көсөмдө һалам, ти Ғәриф Иҫәнғолов.
Эфирҙа Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре, үҙҙәре тураһында һөйләү айырым урын биләне.
Берҙәм телемарафон — йәмғиәтте дөйөм маҡсат тирәләй берләштереү ысулы. Был осраҡта телевидение мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә фронтҡа ярҙам итеүселәр һәм геройҙарҙы өйҙә көтөп тороусылар араһында йәнле диалог өсөн майҙансыҡ та булып тора.
"Маскировка Щит Өфө" хәрәкәте вәкилдәре көн дә йәшеренеү өсөн селтәрҙәр үрә, район ҡалаларҙан кәрәкле әйберҙәр йыйып, бер урынға туплай. Ойошманың республикала йөҙҙән ашыу бүлексәһе бар, Өфөлә генә 15 үҙәк эшләп килә.
Махсус хәрби операция зонаһына шәхсән сыҡҡандыр айырыуса иғтибар үҙәгендә булды. Был ябай трансляция ғына түгел, ә бөтә республиканың дөйөм эше, ти Башҡортостан 24 каналы етәксеһе.
Эфирҙа махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарыбыҙға арналған йырҙар, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоро көйҙәре лә яңғыраны.







