Республиканың Урал аръяғында ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш иғлан ителгән. Әле ҡоротҡос бөжәктәр Өмөтбай, Билал һәм Һәмән ауылдары биләмәләрендә 5 мең гектар майҙанда таралған. Зыян күләме бер-нисә тиҫтә миллион һум тәшкил итеүе ихтимал. Баймаҡ районында төшөрөлгән был видеояҙма бар республиканы тетрәндерә. Өмөтбай, Билал һәм Һәмән ауылдары биләмәләренә ябырылған ҡара сиңерткә бесәнлектәрҙе баҫып алған. Урындағы халыҡ һәм фермерҙар заң ҡаға. Әсләм Ишморатов крәҫтиән фермер хужалығында 50 баштан ашыу һыйыр һәм 100-гә яҡын йылҡы малын аҫрай. Ҡоролоҡ арҡаһында былай ҙа үҫә алмай ултырған бесәнде ҡара сиңерткә ашап ҡуйҙы, ти фермер. Хужалыҡтар үҙ көстәре менән баҫыуҙарҙы эшкәртергә тырыша. Ҡоротҡос бөжәктәр әле өс ауылдың биләмәһендә таралған. Бер-нисә көн эсендә ҡара сиңерткә 5 мең гектар хужалыҡ ерҙәрен баҫып алған. Саранча ябырылыу сәбәпле районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Бер квадрат метрҙа ғына уртаса илленән ашыу ҡара сиңерткә осрай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, әгәр ҙә бындай хәл дауам итә ҡалһа, мал һанын икеләтә кәметергә тура киләсәк. Яҙҙың иртә килеүе һәм май айында көндәрҙең эҫе тороуо ҡара сиңерткәгә тиҙ үрсергә булышлыҡ иткән. Зарарлы ауыл хужалығы ҡоротҡосо сабынлыҡтар һәм сәсеүлектәргә етди зыян килтергән. Ауыл халҡы быйыл бесән эшләүгә ҙур өмөт бағламай. Ситтән һатып алырға йә иһә бөтөнләй малды бөтөтөргә тура киләсәк, ти. Әле ялан-баҫыуҙарҙы эшкәртеү эштәре алып барыла. Баймаҡ районы агрономы әйтеүенсә, тәү сиратта ҡара сиңерткәнең башҡа биләмәләргә таралмауын иҫкәртеү кәрәк. Күрше Хәйбулла һәм Йылайыр районы аграрийҙары ла ҡара сиңерткә ябырылыуын иҫкәртергә әҙер тора. Урал аръяғы райондары — хәүефле игенселек зонаһы. Быйылғы йыл икеләтә ауыр килә: ҡоролоҡ, урмандарға ебәк күбәләгенең һөжөм итеүе һәм ҡара сиңерткә. Зыян күләме миллиондарса һумлап иҫәпләнә, ти белгестәр.
Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге хәҙер ҡара сиңерткә
Тулыраҡ: Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге хәҙер ҡара сиңерткә