Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял һәм байрам көндәрендә эскән килеш руль артына ултырыусылар, айырыуса, күп булыуын асыҡлаған. Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир Севастьянов “Рәсәй” медиа-үҙәгендә хәбәрселәр һорауҙарына яуап бирҙе. Енәйәт һәм яза тип аталған кәңәшмәлә республика Эске эштәр министрлығының тәүтикшереү идаралығы етәксеһе Сергей Сысолятин да ҡатнашты. Спикерҙар эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлау, уларҙы транспорт ағымынан ситләтеү буйынса алып барылған эш менән танынтырҙы. Язаға тарттырыу статистикаһы менән бүлеште, иҫерек водителдәргә ҡаршы иң һөҙөмтәле көрәш юлдарын йәнә бер барланы. Рәсәйҙә 1 июлдән эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн икенсе тапҡыр тотолған водителдәр өсөн яза ҡәтғилләште. Элек хоҡуҡ боҙоусыларға 300 мең һум штраф ҡаралһа, хәҙер уның күләме ярты миллионға тиклем етеүе ихтимал, хөкөм ваҡыты ла арттырыла. Язаға тарттырылғандар 3 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.
Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр
Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр