Һаҡ булығыҙ, талпандар

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы икәне асыҡланды тине. Боррелиоз буйынса күрһәткестәр төбәктә йылдан-йыл арта. Республикала талпан энцефалиты менән сирләүселәр теркәлмәгән.