Хәйерле иртә, Республика! - 15.04.22 Һаҡ булығыҙ: яҙғы сирҙәр!

Һаҡ булығыҙ: яҙғы сирҙәр!
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.04.22 Һаҡ булығыҙ: яҙғы сирҙәр!

Ниһәйәт, ысын яҙ һулышы һиҙелә. Был аҙна йылы кояшлы көндәре менән ҡыуандырҙы, Тәбиғәт күҙгә күренеп уяна. Әммә бөтә ғәләм менән бергә яҙғы сирҙәр ҙә баш күтәрә. Бөгөн беҙ ҙә, гемморагик биҙгәк һәм талпан энцефалиты, был сирҙәргә ҡаршы көрәш юлдары тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Беренсе ҡунағыбыҙ - Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының бүлек мөдире, табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина.

Тапшырыу дауамында әңгәмәгә Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгесе, табип-эпидемиолог Гөлназ Ҡотоева ҡушыла.