Хәйерле иртә, Республика! - 02.05.2025 Яҙ етте - хәүеф артты!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 02.05.2025 Яҙ етте - хәүеф артты!

Апрель етеү менән яҙғы эпидемиологик миҙгелгә аяҡ баҫабыҙ. Был хаҡта оноторға ярамай. Тимәк, үҙебеҙҙең һаулыҡҡа иғтибарҙы арттырыу зарур. Тәбиғәт менән бергә талпандар уянды. Ҡыр сысҡандарының да кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефе ҙур.

Геморрагик биҙгәк һәм талпан энцифалитын иҫкәртеү юлдары хаҡында Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире, юғары категориялы табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина менән "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында, 2-се апрелдә һөйләштек