Хәйерле иртә, Республика! - 09.09.2022 Һаҡ булығыҙ: сысҡан биҙгәге!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика!  - 09.09.2022 Һаҡ булығыҙ: сысҡан биҙгәге!

Быйыл Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артҡан. 8 ай эсендә республикала 1200 осраҡ теркәлгән. Шуларҙың яртыһы — Өфө ҡалаһынан. Был һандар нимә хаҡында һөйләй?

Студиябыҙ эксперты — йоғошло ауырыуҙар Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире, юғары категориялы табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина.