Тәбиғәт күҙгә күренеп уяна. Әммә бөтә ғәләм менән бергә яҙғы сирҙәр ҙә баш күтәрә.
Бөгөн беҙ ҙә гемморагик биҙгәк һәм талпан энцефалиты, был сирҙәргә ҡаршы көрәш юлдары тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Беҙҙең һәм һеҙҙең һорауҙарға Республика клиник инфекцион дауаханаһытабибы, инфекционист Зәлифә Йосопова һәм Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса эпидемиологик һәм санитар һаҡлау бүлеге баш белгес-эксперты Гөлфиә Сәләхетдинова яуап бирә.