Май байрамдары башланыуға ла һынаулы ғына көндәр ҡалды. Күптәр тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләр. Әлбиттә, оҙайлы ял көндәре, тәбиғәт ҡосағы бигерәк тә шәп. Тик хәүефһеҙлек сараларын да оноторға ярамай! Талпандар күптән инде уянған, һаҡ булығыҙ! Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ябай ғына һаҡланыу сараларын да онотмаҫҡа кәңәш итә белгестәр.
Талпандарҙың ни тиклем һаулыҡҡа хәүефле була алыуҙары хаҡында табип-терапевт Әлфиә Ишдәүләт ҡыҙы Алтынбаева һәм табип-эпидемиолог Гөлназ Ринат ҡыҙы Ҡотоева менән әңгәмәләшербеҙ.