Йәрәбә тартылды, эфир ваҡыттары бирелде

Тулыраҡ: Йәрәбә тартылды, эфир ваҡыттары бирелде

Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа субьекттары кеүек үк йылдың иң мөһим сәйәси кампанияһы – Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауға әҙерләнә. Ил парламентының Түбәнге палатаһына һайланасаҡ депутаттар өсөн тауыш биреү быйыл сентябрҙең ун етеһе, ун һигеҙе һәм ун тығыҙы үтә. Беҙҙең республика электорат буйынса иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Башҡортостанда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллиондан ашыу граждан бар. Ә һайлау участкаларына килгәндә, уларҙың иҫәбе 3 мең ярым самаһы. Әле Дәүләт Думаһына һайлауҙың сираттағы өлөшө старт алды. Был юлы сәйәси фирҡәләр, бер мандатлы округтарҙағы һайлауҙарҙа ҡатнашыусылар йәрәбә тартты. Тап ошондай ысул ярҙамында телевидение һәм радио эфирҙарындағы ваҡыт, сығыш яһау тәртибе билдәләнә. “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһында дебаттар, реклама роликтары “Рәсәй- 1” “Рәсәй 24” телеканалдарының төбәк эфирҙарында, “Маяҡ” һәм “Вести ФМ”, “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” эфирҙарында барасаҡ.