Йәрәбә тартылды

Йәрәбә тартылды

Республика үҙәк һайлау комиссияһында Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре агитация өсөн дәүләт телевидение һәм радио каналдарында эфир ваҡытына йәрәбә тотто. Киң мәғлүмәт сараларында рәсми агитация һайлауға тиклем 28 көн алдан, 10 августа башланып 6 сентябрь тамамланғансы дауам итә. Бушлай эфир ваҡытын иһә кандидаттар 12 августан файҙалана ала. Теркәлгән кандидаттарға закон буйынса 60 минут бушлай эфир ваҡыты бирелә. Шуның яртыһын улар тура эфирҙағы дебаттар маҡсатында, ҡалғанын кандидаттарҙың видео-аудиороликтарына файҙаланырға тейеш. Рәсәй 1, Рәсәй 24 һәм тәүге тапҡыр Башҡортостан 24 телеканалында, ВестиФМ, Маяҡ, Рәсәй-Радиоһында һәм Башҡортостан юлдаш телеканалында, Юлдаш, СпутникФМ радио каналдарында Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәренә агитация өсөн бушлай эфир ваҡыты бирелә.