Республика башлығы уҡыусыларҙы, студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы ошо байрам менән ҡотланы. Быйыл мәктәптәрҙә беренсе сентябрь айырым ҡағиҙәләр буйынса уҙғарыла. Тантаналы линейкалар асыҡ һауала үтә. Мәғариф һәм фән министры әйтеүенсә, хроник ауырыуҙары булғандар тәүге ике аҙнаны дистанцион рәүештә уҡыясаҡ. Мәктәп биләмәһенә һәр бала махсус “уҡыусы картаһы” ярҙамында ғына инә ала. Республикала ошо система индерелгәндән бирле белем биреү учреждениеһына кем ингәне, сыҡҡаны теркәлеп бара. Өҫтәүенә, Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбендә 140 видеокамера урынлаштырылған, шуларҙың 20-һе аша онлайн күҙәтергә мөмкин. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән тыш, санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле һаҡланыу саралары ла көсәйтелгән. Медицина инспекторҙары яңы уҡыу йылынан санитар-гигена талаптары һағына баҫа. Уҙған йылдарҙа мәктәптең бер-нисә хеҙмәткәре махсус курстар үтеп, сертификат алған. Тап улар уҡыу йортонда профилактика сараларының үтәлешен контролдә тота. Ингән урында күмәк кеше йыйылмаһын өсөн белем биреү учреждениеларында бер-нисә ишек булдырылғайны. Был йәһәттән, 44-се полилингваль мәктәптә айырым дүрт инеү урыны бар. Уларҙың һәр береһендә лә медицина инспекторҙары дежурҙа торасаҡ.Пандемия шарттарында мәктәптә махсус бүлмә – обсерватор ойошторолған. Температураһы күтәрелгән баланы башҡа уҡыусыларҙан айырып ошонда урынлаштыралар. Аҙаҡ уның ата-сәсәһе һәм ашығыс ярҙам табиптары саҡыртыла. Балалар кабинет системаһы буйынса уҡыуын дауам итәсәк. Иң мөһиме, әлбиттә, класстарҙа рециркуляторҙар ярҙамында һауаны таҙартып, дезинфекциялау. Һәр кабинетта мотлаҡ рәүештә ҡулдарҙы таҙартыу өсөн санитайзерҙар ҙа ҡуйылған булырға тейеш. Уҡытыусыларға килгәндә, битлек режимы һаҡланасаҡ. Кабинеттарҙа педагог менән уҡыусыларҙың араһында социаль дистанцияны һаҡларға ярҙам итеүсе билдәләр ҙә ҡуйылған. COVID-19 вирусынан һаҡлаусы төп сараларҙың береһе — ул вакцинация. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре дәррәү привика эшләтте. Мәғариф һәм фән министры хәбәр итеүенсә, әле уҡытыусыларҙың 76 проценты вакцинацияланған. Онлайн уҡыу йылынан һуң, улар түҙемһеҙләнеп ғәҙәти тәртиптә уҡыта башлауҙы көтә. Пандемия шарттарында был өсөнсө уҡыу йылы. Яңы талаптарға уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа күнегеп бөткән. Шулай ҙа сентябрҙең тәүге ике аҙнаһында хроник ауырыуҙары булғандарға дистанцион рәүештә уҡыу хәйерлерәк, тип кәңәш итә мәғариф һәм фән министрлығы. 1 сентябрҙә тантаналы линейкалар айырым кластар һәм параллелдәр өсөн саф һауала үтәсәк. Битлек режимын үтәү шарты менән ата-әсәләргә байрамда ҡатнашыу рөхсәт ителә.
Бөгөн 1 сентябрь – Белем көнө
Тулыраҡ: Бөгөн 1 сентябрь – Белем көнө