Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә белем көнө.
  • Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы
Башҡортостан мәктәптәрендә йылдағыса тантаналы саралар үтә.
Быйыл республикала 502 мең уҡыусы, шул иҫәптән 41 мең бала беренсе класҡа барҙы. Уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөрәжәғәт итте.
Айырым ҡотлау һүҙҙәрен Радий Хәбиров ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға еткерҙе.
Башҡортостан белем усаҡтарында именлекте тәьмин итеү көн үҙәгендә. Әлегә 159 мәктәп ике режимлы һаҡҡа күсерелгән. Шулай уҡ тәрбиә һәм профилактика эшен ойоштороу өсөн яуаплы булған урынбаҫарҙар ҙа эшләй башланы. Улар өсөн төбәк түләүҙәре лә индерелде. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш — уҡытыусыларҙы буллинг кеүек күренештәрҙән һаҡлау. Был бурыс та мәктәп директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарына йөкмәтелгән.