Өфөлә 72-се йәшендә оҙаҡ ауырыуҙан һуң танылған композитор, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов вафат булды.
Башҡорт композитор мәктәбенең сағыу шәхестәренең береһе, опера, симфоник, хор өсөн, камера-инструменталь һәм камера-вокал әҙәрҙәр авторы Айрат Ҡобағошов халыҡ ҡоралдары оркестры өсөн яҙылған көйҙәре, драматик спекталдәр һәм кино өсөн көйҙәр, бихисап йырҙары менән дә киң билдәле.
Композитор башҡорт халыҡ йырҙарының ике меңдән ашыу төрөн йыйып системалаштырған, 250-нән ашыу йыр һәм көйҙө фортепиано һәм вокал өсөн эшкәрткән. Ул башҡорт фольклоры һәм милли инструментарий буйынса, училище һәм музыка мәктәптәре өсөн дәреслектәр төҙөгән. Онотолған башҡорт милли музыка ҡоралдарын тергеҙеүгә ҙур тырышлыҡ һалған. Өфө сәнғәт училищеһында беренсе Башҡорт милли ҡоралдар ансамбле булдырған Айрат Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн музыкаль әҫәрҙәр яҙған берҙән-бер композитор булараҡ билдәле.
Композиторҙың исеме “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре” энциклопедияһына индерелгән.
Айрат Ҡобағошов тыуған ауылы – Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында ерләнәсәк.
“Башҡортостан” ДТРК-һы мәрхүмдең туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.