Әйҙә милли кейем көнөнә

Тулыраҡ: Әйҙә милли кейем көнөнә

10 сентябрҙә республикала Милли кейем көнө үтә.

Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, рухи донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла борон кешегә бер ҡараш ташлап ҡына уның ниндәй милләттән икәнен асыҡлап булған.

Милли кейем көнө уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөләге иң ҙур сауҙа үҙәктәрендә мауыҡтырғыс саралар ойоштора. “ПЛАНЕТА” сауҙа-күңел асыу комплексында көндөҙгө сәғәт берҙән өскә тиклем милли кейем дефилеһы үтә. Унда этник кейем һәм биҙәүестәр дизайнеры, төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүсеһе Иҙел Хәкимов, “Салауат”, “Эксклюзив” ательелары, дизайнер-стилист Римма Байтимерова, билдәле модель Эльвира Ишморатова һәм милли йүнәлештә эшләгән башҡа ижади шәхестәр үҙе әҙерләгән өлгөләрҙе күргәҙмәгә сығара. Сара башҡорт йыр-моңдары менән үрелеп барасаҡ, билдәле радиожурналист, алып барыусы Ғәзиз Әбделмәнов шаян уйындар ойоштора. Ошонда уҡ төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға, билдәле дизайнерҙарҙан иҫтәлекле бүләктәр оторға мөмкин.

“Мега” сауҙа үҙәгендә иһә милли кейем күргәҙмәһе ойошторола. Ғөмүмән, был көндө башҡалала бик күп күркәм саралар көтөлә. Милли кейемегеҙҙе кейеп майҙандарға рәхим итегеҙ!