Өмәләргә сығыр ваҡыт етте

Тулыраҡ: Өмәләргә сығыр ваҡыт етте

Киләһе шәмбе Башҡортостандың башҡалаһында санитар өмә иғлан ителә. Өфө ҡала хакимиәтенең тормош эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Асҡар Батталов: “Башҡалала 8 сентябрҙән 8 октябргә тиклем санитария айлығы үтә”, — тип белдерҙе.

Киләһе шәмбе, 11 сентябрҙә, “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе ойошторола. Унда милек хужалығы төрөнә ҡарамаҫтан бар ойошма һәм предприятиелар ҡатнаша.

25 сентябрҙә иһә “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу көтөлә. Өфөлә барыһы ике мең ярым ағас һәм 250 ҡыуаҡ үҫентеләрен ултыртыу ҡаралған.