Өфөлә ”Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә ҙур өмә үтте

Тулыраҡ: Өфөлә ”Йәшел Рәсәй” акцияһы сиктәрендә ҙур өмә үтте

Унда өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Барлығы алты майҙан сүп-сарҙан таҙартылды. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар уҡыу йорттары биләмәһендә эш менән булһа, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала хакимиәте, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы-Непейцев дендропаркында өмәлә ҡатнашты. Ике сәғәт эсендә генә бында 150 кубометр ҡый йыйылды. Тағы алты йөҙләгән кеше Салауат Юлаев паркы һәм Конгресс-холл майҙанын таҙартты.