Йәрминкә, балалар өсөн уйындар, йондоҙҙар менән осрашыу

Тулыраҡ: Йәрминкә, балалар өсөн уйындар, йондоҙҙар менән осрашыу

Баймаҡтар йәйҙе шулай күңелле оҙатты. Ағастан иртәнсәк кенә өҙөп алынған алмалар, слива, башҡа емештәр, умарталарҙан бал, ит, һөт ризыҡтары...Баймаҡтың Салауат Юлаев паркы бер көнгә ҙур йәрминкәгә әйләнде. Һатыусылар – Баймаҡ фермерҙары, шәхси хужалыҡ тотоусы йүнселдәр. Түбән хаҡҡа йәнең теләгән ризыҡты һайлап һатып ал. Бәләкәстәр өсөн башҡа майҙан ҡыҙыҡлыраҡ, улар әкиәт геройҙары менән рәхәтләнеп уйнаны. Йыр-моңға ғашиҡтар өсөн башҡорт эстрадаһының күренекле йондоҙҙары сығыш яһаны, ә алдынғы эшҡыуарҙарҙы бүләктәр көттө. “Атайсал” проекты ҡатнашыусылары Альберт Йосопов һәм Зәйнетдин Исхаҡов иң әүҙемдәр рәтендә билдәләнде. Баймаҡтар өсөн йәй ҡатмарлы булды. Ҡоролоҡ, янғындар, төрлө ҡоротҡос бөжәктәр. Өҫтәүенә пандемия. Шулай ҙа тормош дауам итә, ти урындағы халыҡ һәм киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, көҙгә көр кәйеф менән аяҡ баҫа.