Республика көнөндә Башҡортостандың ҡала һәм райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 53 майҙансыҡта сауҙа ойошторола.

Фермерҙар халыҡҡа үҙҙәре етештергән йәшелсә-емеш, бал, һөт һәм башҡа төр ризыҡ тәҡдим итә. Шулай уҡ, халыҡты фото төшөү майҙансыҡтары, фуд-корттар һәм концерт программалары көтә. Республика көнөнә арналған саралар алдан башлана, мәҫәлән, 9 октябрҙә, Өфө районы Алексеевка ауылында, 10 октябрҙә 16 муниципалитетта уҙғарыла. Майҙансыҡтар тураһында мәғлүмәт ведомствоның сайтында урынлаштырылған. Йыл башынан Башҡортостанда 17 меңдән ашыу йәрминкә үткәрелгән.