Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Тулыраҡ: Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем предприятие ҡушылды. Улар араһында магазиндар, фитнес-үҙәктәр, дөйөм туҡланыу урындары, автооҫтаханалар, ателье, матурлыҡ салондары, мәҙәниәт учреждениелары бар. Ташламалар 2-нән 100 процентҡа тиклем. Ҡайһы берҙәре йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә.

Тулыраҡ мәғлүмәттәр рахмат102.рф сайтында.