Күңелһеҙ статистика

Тулыраҡ: Күңелһеҙ статистика

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә. Республикала COVID-19-ҙың 62 мең 880 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә стационарҙарҙа 721 сирле дауалана, уларҙың иллеһе ауыр хәлдә, 13 ауырыуға яһалма һулыш аппараты талап ителгән. Биш мең һигеҙйөҙҙән ашыу сирле өйҙә дауалана. Үлем осраҡтары буйынса яңы антирекорд Башҡортостанда шәмбе, йәкшәмбе теркәлде – тәүлек эсендә 17 кеше вафат булған. Йәкшәмбе тағы 17 сирле үлгән. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса пандемия башынан республикала 1 мең 406 кеше коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған.