Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һыу инеү миҙгеленең яҡынса һөҙөмтәләрен иғлан итте. Улар шәптән түгел. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингәндә батып һәләк булыусылар арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, район һәм ҡалаларҙа һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған 700-ҙән ашыу урын асыҡланған. Шуға күрә ошондай урындарҙа өҫтәмә иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бүленә. Республиканың 60 муниципалитетында әле 168 махсус пляж эшләй. Ямғырҙар сәбәпле уларҙың күбеһе ваҡытлыса ябылған.
Күңелһеҙ статистика
Күңелһеҙ статистика






