Бөтә күрһәткестәр ҙә быны дәлилләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллиондан ашыу кешенең 73 процент самаһы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һәр ваҡыттағыса ауыл халҡы әүҙем, иң юғары күрһәткес Салауат районында. Унда йәшәүселәрҙең 96 процентынан күберәге һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Ҡалалар буйынса юғары әүҙемлек Салауат, Сибай һәм Октябрьский күрһәткән.Сәйәси кампанияны киң мәғлүмәт сараларының 500-ҙән ашыу хеҙмәткәре яҡтыртып барҙы. Уларҙың эшен еңеләйтеү маҡсаты менән башҡалабыҙҙа матбуғат үҙәге лә ойошторолғайны. Асыҡ майҙанда белгестәр, кандидаттар менән әңгәмә, брифингтар, һайлау участкаларынан тура бәйләнештәр уҙғарылды, һуңғы мәғлүмәттәр еткерелеп торҙо. Тап унда, “Һайлау-2021” йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта ҡатнашҡан сит ил эксперттары Башҡортостанда һайлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын күрмәүҙәрен белдерҙе. Ситтән тороп тауыш биреү, мобиль ҡушымта, видеокүҙәтеү системаһы уларҙы һоҡландырған һәм Рәсәй өсөн мөһим, күләмле сәйәси сараның асыҡ һәм уңышлы үтеүен билдәләйҙәр. Ғөмүмән, тауыш биреү көндәрендә Башҡортостандың һайлау участкаларында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 13 мең ярымға яҡын күҙәтеүсе эшләне. 17-һенән 19 сентябргә тиклем 300 тирәһе мөрәжәғәт һәм ялыуҙар ҡабул ителгән. Тикшереүҙәрҙән һуң, республикала етди тәптип боҙоуҙар теркәлмәгән.Әйткәндәй, һайлауҙарҙың икенсе көнөндә республиканың Бөрйән районындағы участкаларҙың береһендә ике хемәткәрҙең КОИБ-ҡа бюллетендәрҙе күпләп һалған видеояҙма интернет селтәрендә таралды. Ул халыҡта ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Әммә хәлде тикшергәндән һуң был бары тест үткәреү мәле булғаны асыҡланған.Шулай итеп, республиканың үҙәк һайлау комиссияһы йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда ҙур айырма менән Берҙәм Рәсәй еңеп сыҡты. Икенсе урында коммунистар фирҡәһе. Артабан ЛДПР, «Яңы кешеләр», «Ғәҙел Рәсәй», «Пенсионерҙар партияһы» фирҡәләре килә. Башҡортостанда, Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылышына депутаттар һайлау менән бер рәттән, өс һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар, Өфө, Бөрө, Белорет ҡалалары һәм шулай уҡ ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау уҙғарылды.
Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы
Тулыраҡ: Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы