Йылдың төп сәйәси кампанияһы тыныс шарттарҙа үтте

Мөһим сәйәси кампания алдынан ихлас яңғыраған вәғәҙәләрҙең үтәлерен күрер мәл етте.

Халыҡ үҙ кандидаттары өсөн тауыш бирҙе, сәйәси фирҡәләр алдағы 5 йылда кемдәр Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты буласағын хәл итте. Тыныс шарттарҙа, Президент һайлауҙары алдынан һынау булараҡ та үткән сәйәси компанияға байҡау.

Төбәктең үҙәк һайлау комиссияһы йәкшәмбе, 10 сентябрҙә үткән һайлау йомғаҡтарын иғлан итте. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан парламентының етенсе саҡырылышы, күп райондарҙа урындағы совет депутаттары һайланды.

Тере моң, сағыу төҫтәр, алсаҡ йөҙҙәр – һайлауҙы илдә халыҡ байрам тип ҡабул итергә күнеккән. Өлкән быуын тауыш биреүҙе дәүләт кимәлендәге бурыс тип танып иң беренсе һайларға ашыға.

Йәштәр ҙә өлкәндәрҙән ҡалышмай, гражданлыҡ бурысына бар яуаплылыҡ менән ҡарай. Өфөләге 109-сы участка һайлау комиссияһы секретары Айгөл Нәжметдинова һайлаусыларҙың юғары әүҙемлегенә бер нисә миҫал килтерә. Тауыш бирергә теләгәндәр “Башҡортостан” дәүләт концерт залына шәмбенән ябырыла башлаған. Улар һайлауҙың элеккесә өс түгел, тик бер көн барыуына ғәжәпләнеү белдергән.

Был башҡалала иң ҙур һайлау участкаларының береһе- исемлектәрҙә 2732 һайлаусы. Улар араһында республиканың билдәле шәхестәре.

Төбәктә һайлауға әҙерлек юғары кимәлдә, тыныс һәм тәртипле ойошторолдо. Депутатлыҡҡа дәғүә иткән фирҡәләр ҙә үҙен тыйнаҡ тотто.

Республика парламенты рәйесенең фекерен Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе лә раҫланы. Тауыш биреү барышында закон боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.

Төбәк һайлау комиссияһы ултырышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттарының исемлеге танытылды."Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе өсөн һайлаусыларҙың 68,8 проценты тауыш биргән, КПРФ тауыштарҙың 11,7 проценты менән икенсе, 7,7 процент алған ЛДПР өсөнсө урында. "Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн" фирҡәһе тауыштарҙың 7,4, "Яңы кешеләр" - 3,4 процентына өлгәшкән. Бер мандатлы округтарҙан һайланған депутаттарҙың 41-е "Берҙәм Рәсәй", алтыһы – КПРФ вәкиле, ЛДПР, "Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн" һәм "Яңы кешеләр" фирҡәләренән дүртәр кеше депутат мандатына эйә. Бер мандатлы округтарҙан һайланған депутаттарҙы иҫәпкә алғанда парламентта “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе вәкилдәре 87, коммунистар 8, “Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн” фирҡәһе вәкилдәре 5, либерал-демократтар һәм үҙ кандидатураһын үҙе тәҡдим иткәндәр дүртәр, "Яңы кешеләр" менән "Йәшелдәр" бер урын ала. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесен улар яңы саҡырылыштың тәүге ултырышында һайлай.