Битлек режимы көсәйтелә

Тулыраҡ: Битлек режимы көсәйтелә

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика башлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл көсөргәнешле булып ҡала, тип белдерҙе. Радий Хәбиров битлек режимын көсәйтергә ҡушты. Транспорт форумынан һуң Башҡортостанда күләмле саралар үткәреү сикләнә. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров төрлө форум, осрашыу кеүек күмәк йыйындарҙы ойоштормаҫҡа ҡушты.Спорт сараларының төбәктә календарҙа билдәләнгәне генә үтә, улар ҙа тамашасы һәм көйәрмәндәрһеҙ, буш залда. Министр Руслан Хәбибов белдереүенсә, был сикләү һөнәри клубтарға ҡағылмай Салауат Юлаев, Урал, Өфө клубтары етәкселеге республика оператив штабынан залдарҙың яртылаш тулы булыуын үтенде. Мәҙәниәт учреждениеларында сикләүҙәр 27 сентябрҙән индерелде. Төбәктәге эпидемиологик хәл менән Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы баш табибы таныштыра. Киҫкен респиратор вирус инфекциялар менән ауырыуҙар баҫҡысы 98,4 процентҡа юғары. Үткән аҙна менән сағыштырғанда сирлеләр һаны өстән бергә артҡан. 8 меңдән ашыу кеше тикшерелгән, парагрипп, аденовирус кеүек башҡа вирустар табылған, грипп теркәлгән осраҡтар әлегә юҡ. Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостан киҙеүгә ҡаршы вакцинаның талап ителгән күләмдән 63 процентын алған, халыҡтың бары 18 проценты вакцинацияланған. Балалар араһында сир тиҙ тарала. Бөгөнгә Башҡортостанда 279 мәктәп карантинға ябыҡ. 730 осраҡта коронавирус табылған. Башҡортостандың баш санитар табибы төбәктә битлек режимын һаҡлау талаптары үтәлмәүгә иғтибар йәлеп итте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә үткән аҙнала 2806 кешелә коронавирус сире табылған. Төбәктә тағы ла дүрт ковид-госпиталь асылған. Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы үҙәктәр менән бергә иҫәпләгәндә биш мең ярымға яҡын инфекцион койка бар, ә пациенттар һаны күберәк. Бөгөнгә табиптарҙы борсоған киҫкен мәсьәлә – дарыуҙар етмәй. Коронавирустан вакцина яһатыуға килгәндә республика халҡының бер миллион йөҙ ҙә алтмыш меңе прививка алған. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин “республикала 203 урында күмәк вакцинация пункты асыҡ, барыһы штат режимында эшләй”, тип белдерҙе. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә ярашлы, Өфө хакимиәте башлығы башҡаланың Ағиҙел аръяғында төҙөлөш барышы менән таныштырҙы. Был биләмәлә 10 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡаралған. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе төбәктә бизнес-шерифтар эшмәкәрлеге менән урта һәм кесе йүнселлектең үҫешенә байҡау яһаны. Был тармаҡтың республика бюджетына һалым иғәнәләре 40 процентҡа артҡан. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса субъекттар һаны 140 мең ярымдан 122 меңгә ҡалған. Эшҡыуарҙарҙың кәмеүе иҡтисади сәбәптәр генә түгел, күптәрҙең үҙ мәшғүлдәр иҫәбенә күсеүе менән дә аңлатыла.